-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Йод – иң шәп ашлама

Йод иретмәһе – помидор үҫентеләрендәге күп кенә сирҙәргә ҡаршы көрәшҽү өсөн баһалап бөтөргөһөҙ ашлама.

Йод – иң шәп ашлама
Йод – иң шәп ашлама

Уны әҙерләү ысулы: 10 литр һыуға – 10 тамсы йод, 1 литр эремсек һыуы (йәки әсегән һөт) һәм ярты балғалаҡ бор кислотаһын ҡушырға. Әҙер булғас, помидор үҫентеләренә һибергә.

Был ысулды ҡулланһағыҙ,  уңыш мул буласаҡ.

Помидорҙарығыҙ фитофтора менән дә сирләмәйәсәк.

    Ашламаны ҡулланыу ваҡыты: беренсе тапҡыр уны помидор үҫентеләре сәскә атҡас, һибергә. Бер-ике аҙнанан был эште яңынан ҡабатларға. Ғөмүмән, үҫентеләр сәскә атҡанда, уларға 4–5 тапҡыр һибергә кәрәк. Шулай уҡ был йод иретмәһен ҡыяр, баклажанға ла ҡулланырға була.

 

Фото: fonstola.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: