Күп итеп ҡайнатма эшләп, туңдырып та ҡуйҙығыҙмы? Япрағы ла ныҡ файҙалы бит ҡурай еләгенең. Уны халҡыбыҙ электән дарыу урынына ҡулланған. Ҡурай еләге япрағы файҙалы матдәләргә бай. Унда салицил кислотаһы ла бар. Аспирин урынына ҡулланырға мөмкин. С витамины емешенә ҡарағанда ла күберәк.
Төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығыта. Ҡан баҫымын нормала тоторға ярҙам итә. Әле йыйып киптереп ҡуйһаң, ҡыш буйы сәйгә һалып эсергә була.
Дарыу үләндәрен ҡулланыр алдынан табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ, дуҫтар.
Фото: Э.РӘШИТОВА.