Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһына Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән 500 бала килеүе көтөлә.
Сараның программаһы бай һәм мауыҡтырғыс буласаҡ. Балаларҙы ижади конкурстар, спорт ярыштары, белем биреү һәм күңел асыу саралары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм блогерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре форматында осрашыуҙар көтә.
Байрам сағыу концерт менән тамамланасаҡ. Конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгәндәр.
«Бала саҡты ҡайтарыу» проекты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.