+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
16 Ғинуар 2019, 16:58

Атай-әсәйһеҙ ҡалдылар

«Һуғыш мәлеме ни: атып үлтергәндәр!» Учалылағы дүрт кешенең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос фажиғә бар республиканы шаңҡытты.

Енәйәтсе эскән булған, бер ғәйепһеҙ 2 күршеһенең ғүмерен өҙгән, һуңынан ҡатынын һәм үҙен атҡан… Ете бала етем ҡалды. Күбеһе әле башланғыс синыфта ғына уҡый йә балалар баҡсаһына йөрөй бит. Был тиклем дә ҡайғылы хәлде булдырмаҫҡа мөмкин түгел инеме икән?! Сәбәптәрҙең береһе – эскелек. Ауыл ерендә шайтан ағыуын һатыусылар күп. Уларға ҡаршы ниңә бер сара ла күрелмәй?! Был сабыйҙарға ни өсөн әсәйһеҙ, атайһыҙ ҡалғандарын нисек аңлатырға? Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең шул тиклем зыян күреүе башҡа һыймай…
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв әйтеүенсә, был балалар дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалмаясаҡ. Ауыр енәйәт ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы йәберләүҙе булдырмау, эскелеккә ҡаршы көрәш, ҡорал һатыуҙы сикләү һәм ҡаты контролдә тотоу мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген иҫкәртә.
Һәләк булыусылар араһында «Башҡорт йыры» конкурсы лауреаты, Бөрйән ҡыҙы Гөлсиә Хилажева ла бар ине. Уның тормош иптәше Зариф иһә ҡаты яраланып, дауаханала ята. Кисә аңына килеүен белеп ҡыуандыҡ. 7 йәшлек ҡыҙы һәм 3 йәшлек улы хаҡына шәбәйеп кенә китһен инде.
Читайте нас: