+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
24 Июль 2019, 13:45

Матур ял итеп ҡайтһын, тип ебәргәйнеләр ҙә бит...

Хабаровск крайында булған был ваҡиға күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы.

23 июлгә ҡараған төндә «Холдоми» тау-саңғы комплексында урынлашҡан балалар сатыр лагерында янғын cығып, бер ғәйепһеҙ дүрт баланың ғүмере өҙөлдө, унауһы йәрәхәттәр алды. Ата-әсәләргә Хоҙай түҙемлек бирһен инде! Матур ял итеп ҡайтһын, тип ебәргәйнеләр ҙә, кем уйлаһын инде шундай фажиғә булырын!
Янғын иртәнге сәғәт дүртенсе яртылар тирәһендә 16-сы сатырҙа башлана. Балаларҙың ямғырҙа һыуланған кейемдәрен йылытҡыста киптереүҙәре – ут сығыуҙың сәбәбе, тип баралар, шулай уҡ йылытҡыс төҙөк булмауы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Ут сатырҙы тиҙ генә ялмап ала һәм икенсеһенә күсә. Ә улар бер-береһенә бик яҡын ҡуйылған була. 26 сатырҙың 20-һе янып бөтә. 190-ға яҡын ҡыҙ һәм малайға ялан аяҡ, эске кейемдәрҙә йүгереп сығып, ҡотолорға тура килә.
Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургал һүҙҙәренсә, «Холдоми» биләмәһендә Хөкүмәт тарафынан сатыр лагеры асырға рөхсәт бирелмәгән. Ә сатыр лагерының хеҙмәткәрҙәре киреһен иҫбатлай, йыл һайын комиссия килеп, тикшереүҙәрен белдерә. Был хәлдә кемеһе хаҡлы, кемеһе юҡ икәне асыҡланасаҡ әле.
Читайте нас: