+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
2 Август 2019, 11:32

Бал ҡортонан сағылып һәләк булған

Мишкә районында полиция капитаны Венир Ибәтуллин үҙенең ялында ғаиләһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Кисен уның муйынын бер нисә бал ҡорто саға. Шунда уҡ хәле насарая. Тиҙ ярҙам машинаһында дауаханаға илтһәләр ҙә, табиптар уға ярҙам итә алмай. Полиция хеҙмәткәре анафилактик шоктан мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Мишкә районында полиция капитаны Венир Ибәтуллин үҙенең ялында ғаиләһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Кисен уның муйынын бер нисә бал ҡорто саға.Шунда уҡ хәле насарая. Тиҙ ярҙам машинаһында дауаханаға илтһәләр ҙә, табиптар уға ярҙам итә алмай. Полиция хеҙмәткәре анафилактик шоктан мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бал ҡорто сағыуы ысынлап үлем осрағына килтереүе мөмкин. Сөнки уларҙың аллергены тиҙ генә кешенең иммун системаһын зарарлай. «Бындай хәл бал ҡортона йәки умартасылыҡ продукттарына аллергия булғандарҙа осрай. Спиртлы эсемлек эскәндә, тәмәке тартҡанда йәки урамда ашағанда сағылыу хәүефе арта», — тип аңлатма биргән аллерголог-иммунолог Лариса Дәүләтова.
Читайте нас: