+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
12 Май 2021, 11:42

Бөгөн - Ҡазанда матәм көнө

11 майҙа Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҡот осҡос фажиғә теркәлде.

175-се гимназияла ҡораллы ҡәбәхәт ҡулынан кешеләр һәләк булды. Белем усағының элекке уҡыусыһы, 19 йәшлек енәйәтсе, 9 баланың һәм ике өлкән кешенең ғүмерен ҡыйҙы, 21 кешене яраланы, ауыр хәлдәгеләр бар.
Был – бөтә ил өсөн фажиғә. Мәктәпкә уҡырға тип барған ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың йәне ҡыйылһын әле... Бөгөнгө тыныс тормошта был башҡа һыймай. Эйе, бер нисек тә аҡлай алмайбыҙ енәйәтсене. Һәләк булған балалар, уларҙың атай-әсәйҙәре йәл. Бөгөн- Татарстанда Матәм көнө, йәшәй генә башлаған балаларҙы, 26 йәшлек кенә уҡытыусыны, тағы бер хеҙмәткәрҙе һуңғы юлға оҙаталар... Бөтә ил ҡазандарҙың ҡайғыһын уртаҡлаша. Өфөлә лә Татарстан вәкиллеге урынлашҡан йорт алдына кешеләр сәскәләр һәм уйынсыҡтар килтерә.
ТАСС хәбәр итеүенсә, 175-се гимназияла һаҡсы эшләмәгән, вахтёр ғына булған, ярай әле хәүеф төймәһе ҡуйылған. Ҡораллы әҙәм төп ишектән ингән һәм ата башлаған. Әйткәндәй, тәүҙә енәйәтселәр икәү булған, тип яҙғайнылар, һуңынан уның яңғыҙ эш итеүен билдәләнеләр. Енәйәт сәбәптәре асыҡланмаған әле. Тикшереү эштәре бара.
Фажиғә күп һорауҙар тыуҙыра. Һәр белем усағында ишек төбөндә һаҡсы торорға тейештер. Хәҙер күп мәктәптәрҙең ҡапҡаһы уҡ бикле. Шылтыратып, кем икәнеңде белмәйенсә бер кем дә үткәреп ултырмай. Шулай дөрөҫ тә. Һаҡланғанды Алла һаҡлар.
Ҡазандағы фажиғә ил өсөн тағы бер әсе һабаҡ булды. Әле белем усаҡтарында хәүефһеҙлек сараларын тикшерәләр. Балаларыбыҙҙы мәктәпкә тыныс күңел менән ебәрерлек булһын ине. Турникет, һәр бер уҡыусыға мәктәпкә инеү өсөн карточка асыу юҡҡа ғына уйлап сығарылмаған бит.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас: