+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
13 Май 2021, 18:26

Ҡазан фажиғәһендә йәрәхәтләнгән өс бала - Мәскәүҙә

Ҡазандағы 175-се гимназияла ҡораллы енәйәтсе ҡулынан яраланған ауыр хәлдәге өс балаға кисә Мәскәү ҡалаһында операциялар яһағандар. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко бөгөн Владимир Путин үткәргән кәңәшмә ваҡытында белдереүенсә, уларҙың икеһе һаман да ауыр хәлдә.

15 уҡыусы Ҡазанда дауаханала.
"Гимназия уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре килеп тыуған хәлдә үҙҙәрен батырҙарса, юғары профессиональ кимәлдә тотто. Балаларҙы үҙҙәренеке кеүек күреп ҡотҡарҙылар, йәп-йәш инглиз теле уҡытыусыһы Эльвира Игнатьева, уҡыусыларҙы һаҡлап, үҙен ҡорбан итте. Һәр кем профессиональ һәм кешелек бурысын үтәне. Мин гимназия уҡытыусыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградаларына тәҡдим итеүҙе һорайым", - тип белдерҙе Владимир Путин.
Бындай фажиғә бүтән бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да булмаһын ине.
Фото: ТАСС.
Читайте нас: