Мәсәғүт ауылы автовокзалында торған баланы илтеп ҡуйырға вәғәҙә итә хәшәрәт ир, ҡыҙ ышанып ултырғас, урманға алып китеп көсләй һәм ғүмерен ҡыйып, уның кәүҙәһен тағы ла төпкәрәк илтеп ташлай...
2020 йылда элекке енәйәт эштәрен яңынан тикшереү ваҡытында был хәлде 1998-2003 йылдарҙа Свердлов өлкәһендә теркәлгән енәйәттәргә оҡшаталар. 12 ҡыҙ бер педофилдың ҡорбаны булған, 10-ын үлтергән. Ике ҡыҙ ғына иҫән ҡалған: уларҙың береһе машинаға ултырыуҙан баш тартҡан, икенсеһен, үлгән, тип яңылышҡан. Улар енәйәтсене таныған. Ғүмерлеккә төрмәгә япҡандар уны, әммә был ғына балаларын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, туғандарының ҡайғыһын еңеләйтәме һуң инде?!