0 °С
Облачно
VKOKМакс
Фажиғә
21 Июня 2021, 07:05

Сабырлыҡтар бир, Хоҙай!

Үткән көндө ҡот осҡос хәбәр йөрәктәрҙе тетрәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юл аварияһында 11 йәшлек малайҙың һәләк булыуын ишеттек. Хоккей менән шөғөлләнеүсе үҫмер тренеры һәм йәштәше менән бергә Саҡмағоштан йыйындан өйгә ҡайтып килгән. Еңел машинаның руль артында егеттәрҙең тренеры булған. Башҡортостандың Тикшереү комитеты мәғлүмттәренә ҡарағанда, 55 йәшлек ир юл ситендә туҡтап торған “Scania” маркалы йөк машинаһына килеп бәрелгән. Ауыр тән йәрәхәттәре алған тренер һәм икенсе бала дауаханаға оҙатыла. Олатаһы-өләсәһе ҡарамағында тәрбиәләнгән үҫмергә 11 йәш тулырға бер аҙна ғына ҡалған булған. Туғандарына сабырлыҡтар бир, Хоҙай! Юлдарҙа һаҡ булайыҡ,дуҫтар!
Фото: Башинформ
Читайте нас