Бик тә ҡурҡыныс күренеш. Баҡтиһәң, лагерҙа тәрбиәселәр араһында “Кем яҡшыраҡ!” тигән конкурс иғлан ителгән икән, бына шул ваҡытта иҫерткес эсемлек эсеп алған ҡыҙҙар араһында бәхәс тә ҡупҡан. Бәхәс низағҡа әйләнгән һәм “тәрбиәсе`ләрҙең береһе ҡулына бысаҡ алған. Хәбәр итеүҙәренсә, үлем факты буйынса тикшереү алып барыла. Ҡыҙҙар лагерҙа студенттар практикаһы үткән булған, вожатыйҙар бүлмәһендә бергә йәшәгәндәр. Ярай әле мәхшәрҙе балалар күрмәгән, был хәл киске йоҡоға талғас булған. Хәҙер ата-әсәләр лагерҙағы ялдан баш тартып, балаларын кире өйҙәренә алып ҡайта башлағандар. “Тәрбиәсе” ҡыҙҙар буласаҡ уҡытыусылар булырға тейеш булған түгелме һуң, башҡа һыймаҫлыҡ бит был. Шундайҙарға балаңды ышанып тапшыр инде, аҡылға һыймаҫлыҡ хәл...