Үткән аҙнала ғәрәсәт ҡубып әллә нисә район ауылдарына зыян һалды, инде килеп, үҙенең йәшен уттары менән Ауырғазы районы Кесе Нуғаҙаҡ ауылында йәшәүсе кешенең ғүмерен ҡыйҙы. 53 йәшлек апай тормош иптәше менән ҡайын миндеге әҙерләргә урманға барған булған. Әллә ҡайҙан ҡапыл ғына килеп сыҡҡан йәшен уттары уға тейә, эргәһендә йөрөгән ағайҙы ситкә алып осора, ул иҫен юғалта. Аңына килгәс, ҡатынының хәлен күреп, ашығыс ярҙам саҡырта ла ул, тик медиктарға апайҙың үлемен теркәргә генә ҡала. Етмәһә, был хәл Аҡкүл эргәһендә ял итеүселәрҙең күҙ алдында була.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, йәшенле ямғыр килгәнен күрәһегеҙ икән, күрәләтә йылға буйына бармағыҙ, ә һыуҙа булһағыҙ, тиҙ арала унан сығығыҙ. Шулай уҡ яңғыҙ ағас янында булыу ҙа бик хәүефле, мөмкин тиклем ундай ерҙән алыҫҡараҡ китергә кәрәк. Кеҫәгеҙҙәге телефонығыҙҙы ла һүндерергә онотмағыҙ.