Унда ҡыҙҙары менән бер ғаилә һәм тағы ла бер ир уҙаманы булған. Әсәһе менән ҡыҙыҡай ярға үҙ аллы йөҙөп сыҡҡан, ә бына ир кешеләрҙең әлегә яҙмышы билдәһеҙ. Әлеге мәлдә ваҡиға урынында һыу төбөн тикшереү өсөн водолаздар йәлеп ителгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йөҙөү ҡорамалдарын файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра. Уйламағанда ғына һыуҙағы ваҡиға шаһиты булһағыҙ, әгәр ҙә мөмкинлегеҙ булһа, тиҙ генә ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә хәбәр итергә тырышығыҙ. Батып барыусыны ҡотҡарам, тип үҙең дә зыян күреүең ихтимал, шуға күрә ҡотҡарыусыларға шылтыратып хәбәр итмәһәң, был хаҡта бер кем дә белмәй һәм ярҙамға ла килмәйәсәк. Һаҡ булайыҡ, иҫән булайыҡ, дуҫтар!
Фото: ГК ЧС по РБ