+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
11 Август 2021, 15:30

«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ике ирекмәндәр төркөмө Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары сиктәрендәге янғындарҙы һүндереүселәргә ярҙамға сыҡты тип хәбәр иткәйнек.

«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»
«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»

Улар араһында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкилдәре – “Без башкортлар» хәрәкәте вәкилдәре лә бар. Мобиль отряд берҙәм көс менән утҡа ҡаршы көрәшә. Бер төркөм һөрөлгән һыҙат эргәһендә ут күсмәүҙе контролдә тотһа, икенсеһе янғын һүндереүселәр менән ут ҡоторған урынға йүнәлгән. Ирекмәндәр араһында «Без башкортлар» хәрәкәте вәкиле, Асҡын егете, Балыҡсы ырыуы вәкиле Винарис Абдуллин да бар. Әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа әлеге ваҡытта тағы ла ирекмәндәр отрядтары туплана, улар тиҙҙән көньяҡҡа, утлы афәт урынына табан йүнәләсәк.

«Минең ырыуҙаштарым тәүге көндәрҙән үк янғын һүндереүҙә ҡатнашты. Әммә ярҙам әле лә бик кәрәк. Бында эш һәр кемгә етерлек, сөнки ут һәр минутта ҡабаттан ҡабыныуы ихтимал. Әлеге ваҡытта беҙ Ейәнсура районының Биштирәк һәм Хәйбулла районының Ураҙбай ауылдары араһында. Биштирәк яғына йүнәләбеҙ. Үҙемә ҡалһа, төньяҡ –көнбайыштан киләсәк дуҫтарымды, ыруҙаштарымды көтәм. Улар уртаҡ чатта «юлға сығабыҙ», - тип белдерҙе Винарис, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе.

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ирекмәндәренән.

«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»
«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»
«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»
«Ырыуҙаштарҙы көтәбеҙ!»
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: