0 °С
Облачно
VKOKМакс
Фажиғә
12 Августа 2021, 08:24

Бала күҙһеҙ ҡалған

Татарстанда Башҡортостандан ҡунаҡҡа барған ғаилә бәләгә тарыған: 6 йәшлек малай яңылыш травматик пистолеттан күҙенә атҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бала күҙһеҙ ҡалғанБала күҙһеҙ ҡалған
Бала күҙһеҙ ҡалған

Бер көндө өлкәндәр буш шешәләргә пневматик пистолеттан атып ҡарарға була. Бәләкәй малай ҙа уларға эйәрә. Бер бабаһы уға ҡоралды тоттора, ҡоролмаған тип уйлай, әлбиттә. Әммә ҡоролған була шул ул... Бала яңылыш күҙенә ата. 

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, әле малай - Өфө күҙ ауырыуҙары институтында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙен ҡотҡара алмағандар. Медиктар икенсе операцияны эшләргә әҙерләнә.

Фото: yar.mk.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас