+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
24 Август 2021, 11:15

Мискәне хәүефһеҙ урынға алып ҡуйған булһалар...

 Хәйбулла районы үҙәгендәге гаражда карбидлы мискә шартлау  фажиғәле тамамланған.Алты йәшлек сабый ғүмере өҙөлә...

Мискәне хәүефһеҙ урынға алып ҡуйған булһалар...
Мискәне хәүефһеҙ урынға алып ҡуйған булһалар...

Алты йәшлек бала һәләк булған, икенсеһе ауыр хәлдә дауаханала ята. Был хаҡта РФ Тәфтиш комитетында хәбәр иттеләр.

Фажиғәнең тарихы шундай. 17 августа Аҡъяр ауылындағы бер гаражда ут сығыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ике хеҙмәткәре янғын һүндерергә килә. Утты һүндерәләр ҙә гараж эсенән карбид тултырылған тимер мискәне ары янып китмәһен тип, тышҡа алып сығаралар,  әммә уны хәүефһеҙ урынға алып ҡуймайҙар. Улар киткәс, яҡын-тирәлә генә уйнап йөрөгән ике малай ҡыҙыҡһынып, мискә янына килә лә уға ут төртөп ебәрә. Һөҙөмтәлә, карбид гөлтләп янып китә.

Тәндәре 90% һәм 60% бешкән балалар дауаханаға оҙатылған, ләкин алты көндән һуң күп зарар күргәне мәрхүм була. Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү йәки кешенең үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бына шулай бәлә тигәнең уйламаҫтан, әллә ҡайҙан килеп сығырға ғына тора. Шуға күрә лә бик һаҡ булайыҡ, дуҫтар. Ошондай күңелһеҙ ваҡиғалар,бәлә-ҡазалар килеп тыумаһын өсөн ҡайһы ваҡыт  бик тә ҡыҙыҡһыныусан булмаҫҡа ла кәрәктер.

Фото: /anews.com/136510829

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: