+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
27 Апрель 2022, 14:26

Ике баланың, тәрбиәсенең ғүмерен ҡыйған...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф учреждениеларында фажиғәле осраҡтар булып тора. Кисә Ульянов өлкәһенең Вешкайм ҡасабаһында ла ҡот осҡос хәл теркәлде.

ТАСС хәбәр итеүенсә, көндөҙ кескәйҙәр йоҡлаған ваҡытта мылтыҡ тотҡан бер ир баҡсаға килеп инә. Юлын быуырға теләгән хеҙмәткәрҙе яралап, икенсе ҡатҡа күтәрелә, ҡаршыһына осрап, үҙен үткәрмәҫкә тырышҡан тәрбиәсене атып үлтерә. Шунан балалар йоҡлаған бүлмәгә инеп, бер ҡыҙҙың һәм бер малайҙың ғүмерен ҡыя… Аҙаҡ үҙенә ата. Дүрт ғүмер өҙөлә.

Билдәле булыуынса, 26 йәшлек ир психик сирле булараҡ иҫәптә торған булған. Ҡорал алыуға рөхсәте булмаған, мылтыҡ хужаһын үлтереп, артабан балалар баҡсаһына юлланған.

Фажиғә булған учреждениела һаҡсы юҡ, ҡарауылсы кисен һәм төндә генә эшләгән. Хеҙмәткәрҙәр хәүеф төймәһенә баҫып өлгөрмәгән.

Һуңынан асыҡланыуынса, хаҡлы ялдағы бер ир менән таныш булғандар, унан атырға өйрәтеүен һораған булған икән. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә матди һәм психологик яҡтан ярҙам күрһәтелә.

Илдең мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.

Бындай фажиғәләр башҡаса булмаһын, аяныслы үлем бер кемде лә һағаламаһын ине.

Фото: yandex.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: