+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
7 Ноябрь 2022, 10:35

Көҙгө боҙға ышанма!

Каникулдың һуңғы көнөндә Фёдоровка районының Ключевка ауылындағы быуала 8 йәшлек малай боҙ аҫтына китеп һәләк булған.

Көҙгө боҙға ышанма!
Көҙгө боҙға ышанма!

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малай бер туған апаһы менән ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнаған. Ошо мәлдә ул йоҡа боҙ аҫтына төшөп китә. Апаһы ҡустыһын ҡотҡарырға тырышып ҡарай ҙа, тик ҡулынан килмәй. Ул йүгереп ҡайтып ата-әсәһенә барыһын да һөйләп бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ҙа баланы ҡотҡарып өлгөрмәй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары сабыйҙы ике метр тәрәнлектән таба.

Мәрхүм баланың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Ошондай фажиғәләр булмаһын өсөн балаларығыҙға боҙ өҫтөндә уйнауҙың хәүефле булыуын аңлатығыҙ, үҙҙәрен генә йылға-күл буйҙарына ебәрмәгеҙ!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: