Йәштәр урамында ике ҡатлы кирбес йортта янғын сыҡҡан, һөҙөмтәлә ата-әсәнең һәм биш балаларының ғүмере өҙөлгән. Ғаилә башлығы ике улын уттан сығарып өлгөргән, һуңынан өйгә кире ингән, ләкин ҡотола алмаған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләлә ете бала үҫкән. Уларҙың дүртәүһе тәрбиәгә алынған, ҡалғандары үҙҙәренеке булған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғаилә һәләк булған янғынды тикшереү буйынса оператив штаб ойошторолоуын хәбәр итте.
Сығанаҡ: bashinform.ru
Фото: userapi.com