0 °С
Облачно
VKOKМакс
Фажиғә
11 Февраля 2023, 05:43

94 сәғәттән һуң ҡотҡарғандар

Әлеге ваҡытҡа Төркиәлә һәм Сирияла ер тетрәү фажиғәһендә һәләк булыусылар һаны 24 меңдән ашып киткән. Төрлө йәрәхәт алыусылар 87 меңдән күберәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
94 сәғәттән һуң ҡотҡарғандар94 сәғәттән һуң ҡотҡарғандар
94 сәғәттән һуң ҡотҡарғандар

Википедияла яҙылыуынса, емереклектәр аҫтынан 8 меңдән ашыу кеше ҡотҡарылған.

Хатай провинцияһында, мәҫәлән, 7 йәшлек ҡыҙҙы 94 сәғәт емереклектәр аҫтында ятҡандан һуң тере килеш тапҡандар. Уның аяғы йәрәхәтләнгән, хәҙер ғүмеренә хәүеф янамай икән. Ҡыҙҙың әсәһе лә ҡотҡарылған, тик атаһы менән ике ағаһы һаман хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә...

Дөйөм алғанда, Төркиәлә 6 мең 217 йорт емерелгән.  

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас