-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Фажиғә
13 Август 2025, 12:12

Һуңғы фото

...23 моряк иһә туғыҙынсы отсекта йыйылып һуңғы һулышынаса көрәшә, ҡотҡарыусылар тиҙерәк килеренә өмөт итә, тик мөғжизә булмай. Кисәге был хәлгә 25 йыл тулды.

Һуңғы фото
Һуңғы фото

Башҡортостанда "Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алдылар. 

Матәм митингыһы хаҡында Федоровка районы башлығы Венер Насретдинов социаль селтәрҙә яҙған. Унда ҡатнашыусылар мемориалға сәскәләр һалған, һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алған.

Эйе, 12 август – илебеҙ флоты тарихында фажиғәле дата. 2000 йылдың 12 авгусында Баренц диңгеҙендә күнекмәләр ваҡытында 108 метр тәрәнлектә һыу аҫты кәмәһе бата. Борттағы 118 экипаж ағзаһының береһенә лә ҡабат иҫән-һау өҫкә сығырға яҙмай. Улар араһында Башҡортостандан 5 кеше була: өлкән мичман Наил Хафизов, турбиналар бүлеге командиры Роберт Гесслер, мичман Фәнис Ишморатов, кок Салауат Йәнсәпов һәм өлкән старшина Ришат Зөбәйҙуллин.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән шартлауҙан күптәр шунда уҡ һәләк була. 23 моряк иһә туғыҙынсы отсекта йыйылып һуңғы һулышынаса көрәшә, ҡотҡарыусылар тиҙерәк килеренә өмөт итә, тик мөғжизә булмай...

Һуңғы фото
Һуңғы фото
Һуңғы фото
Һуңғы фото
Һуңғы фото
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас