Ул 2005 йылда барлыҡҡа килде. Был көн Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһындағы фажиғә менән бәйле. 2004 йылдың 1 сентябрендә ҡанһыҙ террористар мәктәпте баҫып алғас, шатлана-шатлана уҡырға барған балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өс көнгә әсирлеккә эләгә. 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар... Ошондай ҡот осҡос хәлдәрҙе булдырмау өсөн һәр беребеҙгә уяу булыу мөһим.