-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
2 Октябрь 2020, 14:30

Башҡортостан кинодәресе

«Ел йыры» фильмы «Киноэкология» акцияһы ярҙамында төшөрөлгән

Өфөлә «Рәсәй мәктәптәрендә – кинодәрестәр» Бөтә Рәсәй проекты буйынса төшөрөлгән «Ел йыры» ҡыҫҡа метражлы нәфис фильмының исем туйы булды. Был балалар кинокартинаһының төп үҙенсәлеге шунда: унда уҡыусылар үҙҙәре ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә продюсер булараҡ та сығыш яһай. Нисекме? Тәүҙә балалар «Киноэкология» тигән иҫке ҡағыҙ йыйыу хәйриә акцияһында ҡатнаша. Ә фильм шуның аҡсаһына төшөрөлә. Шулай итеп, проект нигеҙендә экологик тәрбиә лә ята. Иҫке ҡағыҙ йыйыу буйынса хәйриә акцияһында меңәрләгән уҡыусы ҡатнаша, һөҙөмтәлә, күпме ағас киҫелмәй ҡала! Беҙҙең республикала ғына 174 мең 841 килограмм йыйылған. Был – 874 мең 205 һум тигән һүҙ. Рәсәйҙең 27 төбәгендә ошондай фильмдар төшөрөлгән. Уларҙың һәр береһе йәш быуында изгелек, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлек, яуаплылыҡ кеүек матур сифаттар тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Хәҙер «Рәсәй мәктәптәрендә – кинодәрестәр» йыйынтығында Башҡортостан тураһында ла мәғлүмәт бар. Илдең башҡа тарафтарында йәшәгән уҡыусылар республикабыҙ тәбиғәтенең гүзәллеген ошо кино аша күрәсәк, ҡурай моңон да ишетәсәк, беҙҙә тәбиғәтте яратҡан, уға һаҡсыл ҡараған балалар йәшәгәнен беләсәктәр.

Күптәрҙе: «Был фильмды ҡайҙа ҡарарға мөмкин?» – тигән һорау борсой. Санкт-Петербургтан ошо проекттың етәксеһе Виктор Меркулов һәм режиссёр, сценарист Елена Дубровская белдереүенсә, «Рәсәй электрон мәктәбе» порталында һәм ютуб каналдарында ҡарау мөмкинлеге бар икән.
Читайте нас: