Шулай уҡ "Фильмды төшөрөүсе оператор" номинацияһында РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Агранович та премияға лайыҡ булды. Бынан алда "Һеңлекәш" фильмы өсөн ул 2019 йылда тулы метражлы нәфис фильмда иң яҡшы оператор эше өсөн "Аҡ квадрат" премияһын алғайны.
"ТЭФИ-Еңеү йылъяҙмаһы" конкурсының финалына 10 номинацияла 30 эш сыҡты. Еңеүселәр 21 июндә Мәскәүҙең "Et Cetera" театрында үтәсәк тантанала бүләкләнәсәк. "Һеңлекәш" хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында "Мотор Фильм Студия" кинокомпанияһы төшөргән. Таҫма тәүге тапҡыр 2019 йылдың 19 сентябрендә яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы экранға сыҡты. "Һеңлекәш" фильмы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Плёста, Ялтала, Светлогорскиҙа, Выборгта, Волоколамскиҙа, Смоленскиҙа, Бөйөк Новгородта, Төмәндә, Владимирҙа, Тамбовта һәм Туапсе кинофестивалдәрендә, шулай уҡ Лондонда, Брюсселдә һәм Венала күрһәтелде.
Фильм Ялтала IV “Евразия күпере” халыҡ-ара кинофестивалендә Гран-при, тамашасылар һөйөүе призы һәм "Орлёнок" Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үткән XXIII Бөтә Рәсәй визуаль сәнғәт фестивалендә III дәрәжә диплом, XVI "Нурлы фәрештә" халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә тамашасылар һөйөүе призы һәм Гран-при яуланы. "Волоколамск рубежы" XVI Халыҡ-ара хәрби-патриотик фильм фестивалендә тамашасылар һөйөүе призы, VI "Ноль Плюс" халыҡ-ара балалар һәм ғаилә киноһы фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы өсөн бүләк, Алексей Баталова исемендәге "Торналар" кинофестивалендә балалар өсөн иң яҡшы фильм өсөн бүләк, Германияла балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 25-се "Шлингель" халыҡ-ара кинофестивалендә ECFA жюри призы менән билдәләнде, "Киношок" фестиваленең балалар конкурс программаһында иң яҡшы фильм исеменә лайыҡ булды.
2021 йылдың 11 һәм 12 майында “Һеңлекәш” фильмы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына бағышлап һәм Дағстандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Дағстан Республикаһында күрһәтелде.