-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Фильмдар
25 Июнь 2025, 16:35

Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты

Күптән түгел Сочи ҡалаһында Евразия илдәренең II Халыҡ-ара кино «Евразия-Кинофест» фестивале үҙ эшен тамамланы. Сара дөйөм евразия кинематография киңлеген формалаштырыуға, мәҙәни бәйләнештәрҙе, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға һәм сәнғәт аша традицион ҡиммәттәрҙе популяштырыуға йүнәлтелгәйне.

Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты

Фестиваль 26 дәүләт вәкилдәрен һәм 30 меңдән ашыу тамашасыны йыя.  90 фильмды күрһәтеү өсөн майҙансыҡ булып тора, шуларҙың 45-һе премьера сиктәрендә күрһәтелә.

Почётлы ҡунаҡтар араһында «Мосфильм» директоры Карен Шахназаров, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лариса Лужина, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Мария Шукшина, RT телеканалының һәм «Рәсәй бөгөн» медиагруппаһының баш мөхәррире Маргарита Симоньян, Дмитрий Дюжев, Екатерина Гусева, серб кинорежиссёры һәм актёры Гойко Митич, бразилия театр һәм кино актёры Педро Нешлинг, француз киноһы йондоҙҙары Сами Насери һәм Фредерик Дифенталь, испан актёры Хавьер Гонсалес, бразилия актрисаһы Луселия Сантус һәм башҡа күп билдәле кино һәм телевидение эшмәкәрҙәре.

Был сарала Башҡортостан Республикаһы лайыҡлы проект – «Отшельник» документаль фильмын тәҡдим итте. Фильм өҫтөндә режиссёрлыҡ эшен Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһының баш режиссёры Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы Иҫәндәүләтова башҡарҙы, сценарийын студияның баш мөхәррире Мәғәфүр Мансур улы Тимербулатов эшләне, был фильмды төшөрөүселәр коллективында юғары профессионализм кимәлен һәм ижади синергияны һыҙыҡ өҫтөнә ала. Фильм киноиндустрияның күренекле эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән актёрҙар һәм режиссёрҙар тарафынан юғары баһа ала.

«Отшельник» документаль фильмы проекты төбәк кинематографына ярҙам Фондының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Фильм буйынса Фондҡа тапшырылған заявка Рәсәйҙең 79 төбәгенән 229 эш араһында конкурс үтте.

– Был сарала нәфис һәм документаль фильмдар ҡатнашты. Бик яуаплы конкурс программаһы, сөнки бер юлы төрлө илдәрҙән килгән фильм режиссёрҙары осрашты. «Евразия-Кинофест» фестивале халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыуға һәм һәр ил үҙенең фильмын күрһәтеү өсөн ойошторолғайны.

Фестивалдең конкурс программаһына Рәсәй, Әрмәнстан, Һиндостан, Сербия, Германия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Бразилия һәм башҡа илдәрҙән фильмдар ингән, был уның юғары стратегик әһәмиәте тураһында һөйләй ҙә инде.

Рәсәй буйынса минең «Отшельник» документаль фильмын ныҡ оҡшаттылар. Килгән ҡунаҡтар араһында был фильм ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бик күп һорауҙар биреп, ныҡлап һорашып, хатта үҙҙәренә саҡырып ҡалдылар. Сочила уҙған бик бай программалы сара ныҡ оҡшаны – ти Вилүрә Әҙеһәм ҡыҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фильмдың төп персонажы -– 90 йәшлек аҡһаҡал Кинйәғол Сәлимгәрәев, ул һаман да ер эшкәртә, һунарға сыға. Бер ҙә тыуған ерен ташлап китергә йыйынмай.

Сығанаҡ һәм фото: Киностудия Башкортостан имени Амира Абдразакова

Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Өфөнән «Отшельник» документаль фильмы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнашты
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас