0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙең «Йәншишмә»-шоу»!

Балалар был көндө көтөп алды. Тамаша залы шығырым тулы. Алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, тиһәк тә һис хата булмаҫ. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһына осрашыуға «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бергә балаларҙың яратҡан йырсылары Илнур Рамаҙанов һәм Гөлгенә Баһауетдинова ла килде бит!


Кисәне матур итеп дирек­торҙың тәрбиә эштәре бу­йынса урынбаҫары Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы Мәҡсүтова асып ебәрҙе. Ул «Йәншишмә»нең башҡортса сыҡҡан бер­ҙән-бер балалар гәзите булыуы, был белем усағында баҫманы һәр ваҡыт күпләп алдырыу­ҙары һәм артабан да уны һаҡлап ҡалырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.

Һуңынан, ғәҙәттәгесә, уйындарыбыҙҙы үткәрҙек. Һәр синыф­ҡа икешәр-өсәр дана яҙылып, икенсе ярты йыллыҡҡа был мәктәпкә 30-ға яҡын дана гәзит киләсәк.

Ана шулай синыф менән яҙылыу бик отошло. Башҡалар ҙа 20-се гимназия уҡыусыларынан өлгө алһын ине. Синыфығыҙҙа 20 бала булғанда ла бер кешегә 24 һум тирәһе генә аҡса китә. Күп түгел дә инде. Уның ҡарауы, ярты йыл буйына гәзит килеп торасаҡ, үҙегеҙгә төрлө уйындар­ҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә тейәсәк. Тиҫтер­ҙәрегеҙҙең ижады, яңылыҡтар, яҙыусы ағай-апайҙарығыҙҙың матур-матур әҫәрҙәре менән дә танышып барасаҡһығыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Читайте нас: