-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
3 Апрель 2019, 16:43

Рәхмәтлебеҙ элекке йәш хәбәрселәребеҙгә

Әле 1 апрелдән 2019 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды.

Башҡортостандың 100 йыллығына бүләк итеп, элекке йәш хәбәрселәребеҙ ҙә республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән ауыр хәлле ғаиләләргә “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырып, бик ҙур изге эш башҡарҙылар. Кемдәр, тиһегеҙме? Бына улар:
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары – яуаплы сәркәтибе Миңзифа Абрар ҡыҙы Илтенбаева, ошо уҡ гәзиттең матбуғат һәм реклама бүлеге мөдире Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Сәлихова, Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлниса Йәғәфәр ҡыҙы Яныбаева, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы Ханнанова, Туймазы районының Бишҡурай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова, Илеш районының Ишҡар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы Саҙретдинова, Учалы ҡалаһы телевидениеһының хәбәрсеһе Әнисә Жәүәт ҡыҙы Ғилажева.
Изге эш башҡарғандары өсөн барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Башҡалар ҙа уларҙан өлгө алһын ине. Әйҙәгеҙ, гәзитебеҙҙе бергәләп һаҡлап ҡалайыҡ! Балаларыбыҙҙы ҡыуандырайыҡ.

Читайте нас: