+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
5 Апрель 2019, 17:04
Ура! Беҙгә «Йәншишмә» килә!
Тышта яҙ. Ҡояш йылмая. Күңелгә шундай рәхәт! Бар тирә-яҡта тәбиғәт уяна. Сеү! Бер минутҡа тынып ҡына тороғоҙ әле! Ишетәһегеҙме сыйырсыҡтар һайрауын?
Бына шулай уҡыусыларҙың күңелле яҙғы каникулы ла арта ҡалды инде. Балалар көс-дәрт йыйып, тағы мәктәпкә йыйылды.
Һуңғы сирек башланыуға ҡайһы бер белем усағы уҡыусыларын сер көтә ине. Эйе, уларҙың уҡытыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына балаларға ҙур бүләк әҙерләп ҡуйҙы. Ниндәй, тиһегеҙме? Сабыр итегеҙ, хәҙер беләбеҙ!
Иң беренселәрҙән булып Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары (ойоштороусыһы – Разия Сибәғәт ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА) 20 дана гәзиткә яҙылды. Вәт, маладистар! Баймаҡ интернат-лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы ЙӘНБИРҘИНА VII «Б» синыфы менән «Йәншишмә»не алдырасаҡ. Ә Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы МОНАСИПОВА етәкселегендә уҡытыусылар балаларға 20 дана гәзит яҙҙыртты. Афарин! Ә бына Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы КАМАЛОВА баш ҡалаға килгәнендә, бер юлы редакцияға инеп, V синыф уҡыусыларын «Йәншишмә»ле итте. Бигерәк өлгөр инде, дүртөйлөләр! Тағы ла Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлниса Йәғәфәр ҡыҙы ЯНЫБАЕВАның әүҙемлеге маҡтауға лайыҡ. Ул да уҡыусыларына гәзит-бүләк эшләне. Бик хуп!
Изгелек башҡарғандары өсөн был уҡытыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ. Башҡалар ҙа уларҙан өлгө алһын ине. Әйҙәгеҙ, гәзитебеҙҙе бергәләп һаҡлап ҡалайыҡ!
Балалар, үҙегеҙ ҙә яҙышып тороғоҙ. Беҙҙең гәзит – алдынғы ҡарашлы замандаш тәрбиәләү, ижадкәр шәхес үҫтереү майҙаны бит ул. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән