+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
19 Апрель 2019, 19:19

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Күптән түгел төрлө район белем усаҡтарының бер төркөм уҡытыусылары Башҡортостандың 100 йыллығына балаларға гәзит яҙҙырып, ҙур бүләк эшләгәйне. Афарин! Бына тағы яҡшы хәбәр алдыҡ.

Өфө ҡалаһының «Башбланк­издат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВА, элекке йәш хәбәрселәребеҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге баш белгесе Илдус Фәнил улы ҠАҺАРМАНОВ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» программалары баш редакцияһының баш белгесе Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы ЙОСОПОВА, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы ҠУНАФИН, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының уҡытыусылары Алина Даян ҡыҙы ХӘЛИЛОВА, Алита Даян ҡыҙы ЛОҠМАНОВА һәм шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә эшләүсе дуҫтарыбыҙ «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Хашим ҡыҙы АБДУЛЛИНА, Мәләүез районының Нөгөш мәктәбе директоры Гүзәл Шәһәҙәт ҡыҙы ҒӘББӘСОВА һәм Туймазылағы 6-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлмирә Йәмил ҡыҙы БИКБУЛАТОВА, яҙыусы Лира Миңләхмәт ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВА изгелек башҡарып, етем һәм күп балалы ғаиләләргә «Йәншишмә» яҙҙыртты. Бик хуп!

Эшләгән изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын. Рәхмәтлебеҙ уларға! Башҡалар ҙа өлгө алһын ине. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙҙы шулай ҡыуандырып торайыҡ!
Читайте нас: