-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
24 Апрель 2019, 18:44

Йырсы Нәркәс Сиражетдинова ла «Йәншишмә»не уҡый

– Үҙем «Йәншишмә»не бала саҡтан уҡып үҫтем. Ҡасан гәзит килә инде, тип көтөп ала инем. Почта килеүе үҙе бер ваҡиға була торғайны.

Ғаиләбеҙҙә 3 бала, уларҙың башҡорт баҫмаларын уҡып, белеп үҫеүен теләйем. Өйҙә башҡортса һөйләшәбеҙ. «Йәншишмә»гә яҙылғайныҡ, һәр һанын ҡарап, уҡып барабыҙ. IV синыфтағы Ильяс, икенселәге Илһам улдарыбыҙ тиҫтерҙәренең ижадын, кроссвордты сисергә ярата. Ҙурыраҡ мәҡәләләрҙе бергә уҡып, үҙебеҙ аңлатып бирәбеҙ. Бәләкәс Мәликә әлегә һүрәттәрен генә ҡарай, – ти билдәле йырсы Нәркәс Сиражетдинова.

Бөгөн ул редакцияға 2019 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында үткән отошта алған бүләген алырға килде. Артабан да «Йәншишмә» менән дуҫ булып ҡалырға һүҙ ҡуйыштыҡ.

Беҙҙең гәзиттә балалар ижадына күп урын бирелә. Редакцияға үҙегеҙҙең уҡыуығыҙ, дәрестәрҙән тыш ваҡытығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ, ниндәй түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләнеүегеҙ тураһында хаттар яҙып ебәрегеҙ, уҡыусылар. Әйткәндәй, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылдығыҙмы әле? Яҙылыу хаҡы – 493 һум 86 тин. Индексы – П2765.
Читайте нас: