+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
29 Апрель 2019, 12:39

Акцияға тағы кемдәр ҡушылыр?

Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллы­ғына арналған «Изгелек» сылбыры дауам итә, тағы бер төркөм дуҫтарыбыҙ «Йәншишмә» гәзитен етем һәм күп балалы ғаиләләргә яҙҙырып, үҙҙәренә ҙур сауап алды.

Элекке йәш хәбәрсебеҙ, «Юлдаш» радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Фәнил ҡыҙы Арсаева, Баймаҡ районының Кәрешкә (ойоштороусыһы – Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина), Ярат (ойоштороу­сыһы – Миләүшә Камил ҡыҙы Сафина), Әбйәлил районының Амангилде (ойошто­роу­сыһы – Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина) һәм Ҡаҙмаш мәктәптәренең (ойоштороу­сыһы – Гөлназ Рәжәп ҡыҙы Абдрахманова) уҡытыусылары ба­лаларға гәзит яҙҙырып, изге эш башҡарҙы. Уларҙың «Йәншишмә» ки­ләсәге өсөн битараф булмау­ҙары­на ныҡ һөйөндөк. Шулай бергә­ләп тырышһаҡ, Мостай Кәрим әйткәнсә:

Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,

Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!

Был акцияға тағы кемдәр ҡушылыр? Һеҙҙән, ҡәҙерле дуҫтар, ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.


Читайте нас: