Байрамға шәп әҙерләнгән уҡыусылар. Уларҙың шул хәтлем дә матур итеп шиғыр һөйләүҙәре һуң?! Һәр береһен тыңлап, һоҡланып туйғыһыҙ. Вәт, афариндар! Бына ҡайҙа ул телем, илем, халҡым, тип янып торған үҙебеҙҙең үҫеп килеүсе быуын! Күҙ теймәһен! Был матур сараға шулай уҡ белем усағының тәүге директоры Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимов, ветеран-уҡытыусылар саҡырылғайны. Дәриғәт Муллағәле улының сығышын балалар тын да алмай тыңлап ултырҙы. Сөнки улар белә, әлеге рәхәтләнеп уҡып йөрөгән белем усағы бынан 23 йыл элек тик ошо етәксе һәм Ниязбай Сәлимов хәстәрлеге менән асылғанын. Шулай уҡ осрашыу кисәһенә килгән ветеран-уҡытыусылар һәм ағинәйҙәрҙе тыңлап, үҙҙәренә бик күп фәһемле мәғлүмәт алып ултырғандыр әле гимназистар.
Ниязбай Булатбай улы уҡыусыларға шиғыр-йомаҡ та әҙерләгәйне. Балалар бик әүҙем, зирәк икән дә. Белмәгән нәмәләре юҡ бит әле?! Шартлатып яуап биреп, шағир ҡулынан бүләк алып шатландылар.
Гимназияла «Төлкәҫ» бейеү ансамбле эшләй. Етәксеһе – Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова. Унда инде Эльвина Ҡолманова, Искәндәр Ҡәҙерғолов, Айҙар Ишемйәров, Ингел Йомағолов, Зарина Йәноҙаҡовалар ихлас йөрөй. Ә шулай ҙа синыфта иң оҫта бейеүселәр – Илшат Ҡотов менән Илвина Мөхәмәтова. Әйткәндәй, Илшат «Аҡбуҙат» бейеүе менән районда I урынға сыҡҡан. Хатта Өфөгә «Байыҡ»ҡа барып, Гран-при алып та ҡайтҡандар әле. Эльвина Ҡолманова менән Гөлназ Дәүләтбаева «Әхирәттәр» бейеүен башҡарып, барыһын һоҡландыра. Тағы ла Толпар ауылы ҡыҙы Гәүһәр Фәтҡотдинова ҡурайҙа бик шәп уйнай икән. Ә Азалиә Әминева, Лилиә Баһауетдинова, Камила Килмөхәмәтова, Әлиә Хисамовалар әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Үҙҙәре лә әкиәт яҙырға әүәҫтәр.
I синыфтан алып гимназияның «Быҙыбыт» ансамбленә (етәксеһе – Илшат Хәтим улы Хәбибуллин) йөрөүселәр ҙә бар. Улар – Алтынай Назырова, Зарина Ғималетдинова, Зарина Йәноҙаҡова, Илшат Ҡотов, Айгиз Вәлишин.
Ошондай өлгөлө, татыу һәм дуҫ синыфта Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева һәм тәрбиәсе Зилә Әкрәм ҡыҙы Шафиева бар күңелдәрен һалып, тырышып эшләй. Үҙҙәрен маҡтағандан маҡтағы килә. Әйҙәгеҙ, гел шулай алда барығыҙ, бер ҙә һынатмағыҙ, йәме!