+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын!

Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына арналған «Изгелек» акцияһына ҡушылып, тағы бер төркөм уҡытыусылар үҙҙәренең уҡыусыларына «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып, ҙур бүләк эшләне.

Өфө ҡалаһының 102-се башҡорт гимназияһы (ойоштороусыһы – Илзирә Ришат ҡыҙы Ғарифуллина), Баймаҡ районының Күгиҙел мәктәбе (ойоштороусылары – Әнисә Әғзәм ҡыҙы Сирусина, Земфира Сабит ҡыҙы Фәттә­хова) уҡытыусылары балаларҙы гәзитле итте. Быйыл ғына «Йәш хәбәрсе» танытмаһы алған IV си­ныф уҡыу­сыһы Юлдаш Булатов менән әсәһе, Билал ауылы китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова «Йәншишмә» дуҫтарын йыя» тигән исем менән гәзиткә яҙылыу кисәһе ойошторҙо. Вәт, афариндар! Шулай уҡ элекке йәш хәбәрсе­ләребеҙ – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева, «Кызыл таң» гәзитенең ауыл тормошо бүлеге мөхәррире Олег Нәжип улы Төхвәтуллин һәм гәзитебеҙ­ҙең дуҫы Миләүшә Радик ҡы­ҙы Ғәйфул­линалар беҙҙе ҡыуандырҙылар. Уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын, тигәндәр бит. Гәзитебеҙ­ҙең дуҫтары ла йылдан-йыл ана шулай ишәйә, арта барһын ине.
Читайте нас в