+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Етенселәр – редакцияла ҡунаҡта

Һай, ҡайһылай өлгөр ҙә был VII «В» синыфы уҡыусылары! Күп уйлап тормай, күмәкләшеп «Йәншишмә»гә яҙылып та ҡуйғандар. Беҙҙе ныҡ ҡыуандырҙылар. Баш ҡалабыҙҙың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында, тәүге йыл ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, уҡыуҙа ла, төрлө эштәрҙә лә һынатмай икән үҙҙәре.

Был синыфта белем алыусылар тәрбиәселәре Әлиә Рәйес ҡыҙы Йәндүрина һәм уҡытыусылары Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева менән ошо көндәрҙә редакцияла ҡунаҡта булып китте. Осрашыу мәлендә ҡыҙҙар, егеттәр менән яҡынданыраҡ танышып, береһенән-береһе һәләтле булыуҙарын белдек. «Бәйләнештә» селтәрендә «Ҡурай», «Йыр эҙләйем», «Этно-Market» төркөмдәрендә ултырырға яраталар икән. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә арналған һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙеләр, үҙҙәре лә хәбәрсе булып, бирелгән шиғыр-мәҡәләләргә баш уйлап ҡаранылар. Килеп сыға икән! Арыҫлан Юлбарыҫовтың «Хәйбулла ынйылары», Гөлсөм Абдуллинаның «Йәркәйҙәрҙең йөрәк һүҙе», Ислам Илһамовтың «Гөлфиәнең хыялы» тигәндәрен бигерәк тә оҡшаттыҡ.

Бәхетленең ҡунағы бергә, тиҙәр бит әле. Был көндө етенселәр күренекле яҙыусылар – Рәшит Шәкүр һәм Лира Яҡшыбаева менән дә осрашты. «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов (әйткәндәй, икеһе лә ошо гимназияны тамамлаған) менән дә яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Ағайҙарына һорауҙары күп ине уҡыусыларҙың. Иҫтәлеккә бергәләп фотоға ла төштөләр.

Балалар киләсәктә гәзит менән әүҙем хәбәрләшеп торорға теләк белдерһә, ә беҙ дуҫтарыбыҙ тағы ла күбәйеүенә ифрат ҡыуандыҡ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: