Бына кемдәргә беҙ бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы ШАММАСОВ һәм уның тормош иптәше, Башҡорт дәүләт университетының профессиональ коммуникациялар өсөн сит телдәр кафедраһы уҡытыусыһы Урания Спартак ҡыҙы ШАММАСОВА, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА, «Йәшлек» гәзитенең мәғариф бүлеге хәбәрсеһе Лилиә Әүхәҙи ҡыҙы ХӘЛИТОВА һәм журналист Нурия Фәнһәр ҡыҙы ӘХТӘМОВАларға.
Тамыры ныҡ ағас оҙаҡ йәшәй, тигәндәр бит. Бының өсөн, әлбиттә, үҙ телеңдә һөйләшеү аҙ. Башҡортса сыҡҡан китаптарҙы, гәзит-журналдарҙы ла уҡырға кәрәк. Балаларыбыҙға «Йәншишмә»гә яҙылырға ярҙам итеүселәр ҙә күп булһын ине. Изге Рамаҙан айында изгелек ҡылыу сауаплы.