+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Акция дауам итә

Дуҫтар, Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына арналған «Изгелек» акцияһына ҡушылыусылар артҡандан-арта ғына.

Аллаға шөкөр, ҡасандыр «Йәншишмә»лә ҡәләм тибрәтеп, ижад емештәре менән беҙҙе ҡыуандырған элекке йәш хәбәрсебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҡурай» каналы һәм күңел асыу тапшырыу­ҙары редакцияһының етәксеһе Рита Ришат ҡыҙы ӨМӨТБАЕВА, Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы (ойоштороусыһы – Айгөл Рәйес ҡыҙы ВӘЛИЕВА) уҡытыусылары һәм гәзитебеҙҙең дуҫтары – Яҙыусылар Союзы ағзаһы, танылған тәржемәсе Гүзәл Яныбай ҡыҙы ХАММАТОВА, Ҡый­ғы районының Алағуҙ ауылынан Илһам Ғәлимйән улы ЛАТИПОВ, Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылы «Йәнбикә» ағинәйҙәр фольклор төркөмөнөң етәксеһе Нурания Хәмит­йән ҡыҙы ЫРЫҪБАЕВА, «Башҡортостан» гәзитенең Урал аръяғы буйынса хәбәрсеһе Кәримә Ишбулды ҡыҙы УСМАНОВАлар ҙа был изге эштән ситтә ҡалманы. Улар акцияға ҡушылып, ауыр хәлле балаларға гәзит яҙҙырттылар. Афариндар! Ҙур рәхмәт! Дуҫтар барҙа, йәшәүе лә күңелле шул!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Читайте нас: