-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Изге айҙа изгелек ҡылыусыларға рәхмәт!

Изге Рамаҙан айында «Йәншишмә» гәзитендә иғлан ителгән «Изгелек» акцияһына ҡушылыусылар тағы ла артты. Шөкөр, рухыбыҙ, милләтебеҙ һағында тороусылар, битараф булмағандар күп икән әле.

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназияға «Солтангәрәев уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға Өфөнән килеүсе ғалимдар һәм төрлө район мәктәптәренән йыйылған башҡорт теле уҡытыу­сылары ла был акцияға ихлас ҡушылды. Ошо сара хаҡында иғлан иткәс тә, мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директор урынбаҫары, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Сәйғәфәр ҡыҙы ДӘҮЛӘТШИНА иң беренсе булып үҙ өлөшөн индерҙе. Уның өлгөһөнә эйәреп, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы КӘРИМОВ, педагогия фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ДӘҮЛӘТБАЕВА, шул уҡ уҡыу йортонан филология фәндәре кандидаты Гөлнур Мирза ҡыҙы НӘБИУЛЛИНА, Таймаҫ гимназияһы уҡытыусыһы, Рәшит Солтангәрәевтең туғаны, уның музейы етәксеһе Гөлнур Ка­рамат ҡыҙы ХӘМИТОВАлар 500-әр һәм яҙыусы Ринат Камал 450 һум аҡса тапшырҙы.
Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Фәтих ҡыҙы ЯНЫШЕВА, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ри­нат ҡыҙы ИБРАҺИМОВА, Яҡшембәт мәктәбе уҡытыусы­һы Розалиә Әхмәҙи ҡыҙы АЙ­ҘА­РОВА 300-әр һум аҡса бирҙе.
Көйөргәҙенән шағир Кин­йәғәле АБДУЛЛИН – 200, ошо уҡ райондың Илкәнәй мәктәбенән уҡытыусы Зөһрә Сабир ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНА (әйт­кәндәй, акцияны ойоштороу­сы ла ул булды, ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ), Ермолаев ауылының 1-се мәктәбенән Зәкирә Париж ҡыҙы ТУЙСИНА, 2-се мәктәбенән Лилиә Нуриман ҡыҙы БАЯНОВА, Гөлфиә Фәнүр ҡыҙы НОВИКОВА, Абдул мәктәбенән Ғәзимә Уразбай ҡыҙы АҘНАБАЕВА, Аҡһары мәктәбенән Алмагөл Ғәббәс ҡыҙы ӘХМӘТОВА, Мораптал мәктәбенән Ғәлимә Наил ҡыҙы СЫНБУЛАТОВА, Өфөнән кил­гән Эльвира Фәрит ҡыҙы ХӘЙРУЛЛИНА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Юлай Юныс улы ИШМӨХӘМӘТОВтар «Изгелек» акцияһына ҡушылып, йөҙәр һумлыҡ өлөштәрен индерҙе.
Бөтә уҡытыусыларға ла ҙур рәхмәт! Улар ярҙамында йыйылған аҡсаға 11 уҡыу­сы ярты йыллыҡта «Йәншишмә»ле буласаҡ.
Бынан тыш та, һеҙ үҙегеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, туғандарығыҙҙың балаларына, тыуған ауылығыҙ мәктәбенә, китапханаһына ла балалар баҫмаһын яҙҙырып, бүләк итә алаһығыҙ.
Изге айҙа ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙ тапҡыр артып кире ҡайтыр, иншалла.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Читайте нас: