+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Изгелектең иртәһе-кисе юҡ

Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына арналған «Изгелек» акцияһына Рамаҙан айында өлөш индереүселәр­ҙең күп булыуы ҡыуандырҙы. Бик хуп, артабан да шулай дауам итһен!

Яҙыусы, гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы Факил Сәлих улы МЫРҘАҠАЕВ Миәкә районының Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенә 3 дана «Йәншишмә» яҙ­ҙыр­ҙы. Элекке йәш хәбәрсебеҙ, Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Урал ҡыҙы ЗАКИРОВА һәм шулай уҡ Өфө ҡалаһының Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы (ойоштороу­сыһы – Разия Самандар ҡыҙы МАТЬЯҠУБОВА), 127-се мәктәп (ойоштороусыһы – Гөлшат Салауат ҡыҙы ҒАЙСАРОВА), Әб­йәлил районының Ас­ҡар­ҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһы (ойоштороу­сыһы – Әнүзә Әхтәм ҡыҙы АБДУЛЛИНА), Баймаҡ районының Темәс мәктәбе һәм уның филиалдары – Бетерә, Ишей, Үрге Таһир (ойош­тороусыһы – Зилә Минзаһит ҡыҙы ӘХМӘТ­ҠУ­ЖИ­НА), Йомаш мәктәбе (ойоштороусыһы – Гөлсөм Рәмил ҡыҙы АҠБУЛАТОВА), Сәй­ғәфәр мәктәбе (ойоштороусыһы – Нәзирә Борхан ҡыҙы ҒӘЛИНА), Хәйбулла районының Аҡъярҙағы «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы (ойоштороусыһы – Әлфиә Фәнияз ҡы­ҙы БАЙМЫР­ҘИНА), «Бәпембә» балалар баҡсаһы (ойоштороу­сы­һы – Илмира Винер ҡыҙы ИШМЫРҘИНА) һәм «Йәй­ғор» балалар баҡсаһы (ойоштороусылары – Рима Рәшит ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВА, Йәмилә Фәтих ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНА) уҡытыу­сылары, тәрбиәселәре акцияға ҡу­шылып, күп балаларҙы гәзитле итте.

Уларҙың барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Читайте нас: