Һәр яҡлап та алдынғы, өлгөр икән үҙҙәре. Төрлө ярыш, олимпиадаларҙа ла һынатмайҙар. Бигерәк тә математика, башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрен, тарих һәм физкультура дәрестәрен көтөп алалар. Мәҫәлән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән – «Сәсән тауышы», «Назаров уҡыуҙары», «Ғафури уҡыуҙары», «Өмөтлө ҡәләм» шиғыр бәйгеләрендә, «Тыуған илем – Башҡортостан» иншалар һәм инглиз теленән «British Bulldog» интернет-конкурстарында ҡатнашып, призлы урын яулағандар. Район олимпиадаларында Данил Сафин – математиканан, Ләйлә Нәзирова урыҫ теленән I урын алған. Ләйлә шулай уҡ урыҫ теленән – республиканың «Гагарин кубогы» призёры. Инглиз телен яҡшы белгәндәр – Регина Әхмәтшина, Алтынай Баймырҙина һәм Алтынай Ҡунафиналар. Улар «British Bulldog» интернет-конкурсынан еңеп ҡайта. Инша яҙыу тиһәң, Данис Ғәзизовҡа ҡуш инде, «һә» тигәнсе башҡарып ҡуя. Гел генә уңышҡа ирешә. Солтан Ғәлиәхмәтов төбәк-ара «Назаров уҡыуҙары» бәйгеһендә ҡатнашып, иң-иңе булған. Теүәл фәндәрҙән Алтынай Ҡунафина, Регина Әхмәтшина, Алтынай Баймырҙина, Данил Сафин һәм Искәндәр Кәримовтарға етеүсе юҡ. «КИТ» Бөтә Рәсәй конкурсында Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгәндәр. Таңсулпан Фәхретдинова менән Алмаз Нәзировтар башҡорт телен ярата. Таңсулпан был фән буйынса олимпиадала үҙен һынап ҡарай. Унда республика призёры булып, Маҡтау ҡағыҙы һәм махсус билдә менән бүләкләнгән. Ә Искәндәр Кәримов биология, география һәм тарих фәндәрен яҡшы үҙләштерә. Синыфта шулай уҡ спорт яратҡандарҙың да булыуы ҡыуандыра. Мингөл Садиҡова – физкультуранан – республиканың «Гагарин кубогы» призёры. Артур Дәүләтшин шәп йүгерә һәм оҫта йөҙә. Афариндар!