+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
27 Сентябрь 2019, 15:55

«Йәншишмә»һеҙ ҡалып ҡуймайыҡ!

Хөрмәтле атай-әсәй­ҙәр, олатай-өлә­сәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр!

Мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы бара, уны улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ «Йәншишмә» менән бергә үткәр­һен ине. Бының өсөн, әйҙәгеҙ, балаларыбыҙға гәзиткә яҙы­лыр­ға ярҙам итәйек.

Йәшерен-батырын түгел, әле һаман да милли матбуғатҡа ҡурҡыныс янай. Бигерәк тә балалар баҫмаларына. Йәнәһе лә, тираж аҙ, уҡыусылар кәмей. Аңлағыҙ, шунлыҡтан һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Тимәк, ҡәҙерле дуҫтар, беҙ бергәләп кенә башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзитен һаҡлап ҡала алабыҙ.

2020 йылда «Йәншишмә» сыға баш­лау­ға 90 йыл тула. Был юбилейҙы, иҫтәлекле датаны уҡыусыларыбыҙ артып, яҡшы кәйеф менән ҡаршылағы килә.

1 айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин, 3 айға – 257 һум 10 тин,

6 айға – 514 һум 20 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылыу хаҡы – 941 һум 81 тин.

Индексы – П3371.
Читайте нас: