+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
3 Октябрь 2019, 12:17

“Заман кешеһе – уҡыған кеше”

Хөрмәтле һәм тоғро дуҫтарыбыҙ! 4 октябрҙә Матбуғат йорто алдында үтәсәк бөтөн халыҡ байрамына саҡырабыҙ һеҙҙе!

Изге йома көнөндә, баш ҡалабыҙҙағы Матбуғат йорто алдында (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13) оло байрам – Бөтөн халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтәсәк. Матбуғат байрамы “Заман кешеһе – уҡыған кеше!” ораны менән ойошторола. Сарала күренекле артистар Алһыу Бәхтиева, Юнир Һағынбаевтар сығыш яһай. Шулай уҡ милли биҙәүестәр күргәҙмәһен ҡарарға, республиканың төп гәзит-журналдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, шунда уҡ “Йәншишмә”гә яҙылырға мөмкин буласаҡ. Әҙиптәр, журналистар менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә һеҙҙе!

Байрам һуңында гәзит-журналдарға яҙылған квитанциялар араһында лотерея отошо уҙғарыласаҡ. Иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, ә иң даланлыға – супербүләк!

Күркәм сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башланасаҡ! Килегеҙ! Бер юлы “Йәншишмә”ле лә булырһығыҙ! Рәхим итегеҙ байрамға!


Читайте нас: