+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
4 Октябрь 2019, 18:49

Матбуғат байрамы гөрләп үтте

Бөгөн Матбуғат йорто эргәһендә матур байрам үтте.

Бында республикабыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо. Һәр матбуғат баҫмаһы яҙылырға өндәп, йырлы-моңло сығыштарын тәҡдим итте. Күргәҙмәләре эргәһенән дә халыҡ эркелеп, өҙөлмәне.


– Ошондай матур сараға Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының V «В» синыфы менән килдек. Ысынлап та, беҙҙең синыф ҡына түгел, бөтә гимназия милли матбуғатҡа яҙыла. Баҫмаларҙа республика тормошо, халҡыбыҙҙың йәшәйеше сағылдырыла. Киң мәғлүмәт саралары һәм бәйләнеш селтәрҙәре аша милләтебеҙҙе, телебеҙҙе пропагандалауҙы алып барыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Шулай һәр ваҡытта ла «Йәншишмә» гәзитенең тоғро дуҫтары булып ҡалырбыҙ һәм ҡаласаҡбыҙ, – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Марат Ғилманов.

Был көндө гәзитебеҙгә яҙылыусылар күп булды. Иң яҡын тоғро дуҫтарыбыҙ – Әлфиә Зәбдинова, Факил Мырҙаҡаев, Рузинә Барлыбаевалар күп уйлап тормай, 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып ҡуйҙы.

Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнөндә отош уйының һөҙөмтәһен һәр кем көтөп алғандыр. Бында тик даланлыларға ғына бәхет йылмайҙы. Төп приз – телевизорҙы «Аҡбуҙат» журналына яҙылған балалар баҡсаһы отто.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.



Читайте нас: