+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
6 Декабрь 2019, 15:06
Мәктәптә – Матбуғат көнө
Телебеҙгә генә түгел, башҡорт телендә донъя күргән республика баҫмаларына ла ҡурҡыныс янай. Шуға ла беҙ бергәләп гәзит-журналдарҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Береһе лә артыҡ түгел.
Әле яңыраҡ беҙ, ағинәйҙәр, мәктәп уҡыусылары менән берлектә Матбуғат көнө үткәрҙек. Унда ауылдаштарыбыҙға гәзит-журналдарҙың бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һөйләнек. Балалар өсөн сыҡҡан баҫмалар, улар үткәргән бәйгеләр менән таныштырҙыҡ.
Был көндө район, республика гәзит-журналдарына яҙылыусылар күп булды. Башҡаларҙы ла беҙҙән өлгө алырға саҡырабыҙ.
Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА, китапханасы.
Хәйбулла районы,
Юлбарыҫ ауылы.
Читайте нас в