+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
3 Ғинуар 2020, 13:49

Әлдә һеҙ бар әле донъяла!

Гәзит сығарыу – күп кешенең хеҙмәт емеше ул. Баҫмабыҙ менән дуҫ булған, әүҙем яҙышҡан автор­ҙар һәм хаҡлы ялдағы оло быуын ағай-апайҙар менән бергәләп «Йәншишмә»нең һәр һанын матур, уҡымлы итеп сығарырға тырышабыҙ. Беҙҙең авторҙар араһында кемдәр генә юҡ: китапханасы, уҡытыусы, яҙыусы, психолог, тәрбиәсе һәм төрлө өлкәләге белгестәр. Улар барыһы ла гәзитебеҙҙе яратып уҡый, тарата һәм ҡулдарынан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙа.

Бөгөн беҙ Райхана Булатова, Гөлшат Байдәүләтова, Сәлхиә Йәнбирҙина, Зилә Әхмәтҡужина, Яңылбикә Вәлишина, Рәйлә Байрамғолова (Баймаҡ), Флүрә Шакирова, Гөлсөм Йылҡыбаева (Белорет), Рәсимә Сәлихова (Бөрйән), Гөлсиә Илтенбаева, Земфира Аҡбутина (Ейәнсура), Лилиә Ҡашҡарова, Руфина Камалова (Дүртөйлө), Гөлсөм Монасипова, Гөлшат Вәлиева, Эльвера Ҡунафина (Ғафури), Әлиә Ишбулдина (Салауат районы), Данил Әбделғәзин (Сибай), Римма Тимербулатова, Альбина Кайбышева, Гөлсәсәк Ҡылысова, Факил Мырҙаҡаев, Айгөл Йәһүҙина, Илзирә Ғарифуллина, Любовь Оснач, Элеонора Сәйетгәрәева, Разия Ғәйнуллина, Лариса Мортазина, Разия Матьяҡубова, Рүзинә Барлыбаева, Әлфиә Зәбдинова, Әлмира Исхаҡова, Регина Чумакова (Өфө), Светлана Фәйзрахманова, Сулпан Исламғәлиева (Илеш), Әлфиә Рәжәпова (Күмертау), Зөһрә Бәшәрова, Зөһрә Кашапова, Әнүзә Абдуллина (Әбйәлил), Зөһрә Йәнтүрина, Миләүшә Әсфәндиәрова (Миәкә), Фәүриә Йәлилова (Ишембай), Миҙхәт Шәрипов (Ок­тябрьский), Гөлназ Йосопова, Гөлмирә Бикбулатова, Ләлә Абзалова (Туймазы), Розалиә Йәлилова, Айгөл Һатлыҡова, Рәйсә Исламғолова, Миңнира Бикәнәсова (Ауырғазы) һәм Әлфиә Баймырҙина, Илмира Ишмырҙина, Рима Шәрәфетдинова, Йәмилә Хәйбуллиналарға (Хәйбулла) рәхмәт әйтәбеҙ.
Читайте нас: