+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
28 Апрель 2020, 18:53

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Бер көндө яныбыҙға күптәнге яҡын дуҫыбыҙ, билдәле яҙыусы, журналист Факил Мырҙаҡаев килеп инде.

– Мин үҙемдең Миәкә районындағы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ туған мәктәбемә 3 дана «Йәншишмә» яҙҙырҙым, – тип белдерҙе ул.
Һай, афарин, Факил ағай! Беҙҙе ныҡ һөйөндөрҙөң!
Рамаҙан айында сауаплы эш башҡарҙы ағайҙар. Изгелегегеҙҙе онотмабыҙ. Һеҙҙән башҡалар ҙа өлгө алһын ине. Юғиһә, бынауы коронавирус ауыр хәлгә ҡалдырҙы. Уның арҡаһында күптәр «Йәншишмә»гә яҙыла алмай. Балаларыбыҙҙы яратҡан гәзиттәренән мәхрүм итмәйексе, дуҫтар.

«Йәншишмә»гә ун көнлөк ваҡытында ярты йылға яҙылыу хаҡы – 451 һум 56 тин. Индексы – П2765.

Әйҙәгеҙ, изге Рамаҙан айында изгелек ҡылып ҡалайыҡ! Сауабы йөҙләтә, меңләтә артып ҡайтыр!
Читайте нас: