+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
30 Апрель 2020, 17:29

Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр! 1 апрелдән 2020 йыл­дың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға подписка башланды.


Әйҙәгеҙ, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙға «Йәншишмә»не яҙҙырайыҡ! Әлбиттә, коронавирус арҡаһында һеҙ – почтаға, ә почтальондар өйөгөҙгә килә алмай. Аптырап ҡалдығыҙмы? Әммә барыбер яйын табырға була инде. Карантинға һылтанмайыҡ, балаларыбыҙ яратҡан гәзиттәренән мәхрүм ҡалмаһын ине.

«Йәншишмә»гә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Иң уңайлыһы – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының сайты аша. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инегеҙ. Смартфондан QR-код ярҙамында ла тиҙ генә инергә була. Үҙегеҙгә улай яҙылыу ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, балаларығыҙҙан һорағыҙ. Улар һеҙгә ярҙам итер.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин,

ярты йылға – 514 һум 20 тин. Индексы – П2765.
Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, уның хаҡы күпкә арзаныраҡ: ни бары 318 һумға ғына. Ул сағында «Йәншишмә» аҙна һайын PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: