+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр! 2020 йыл­дың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға подписка дауам итә.Ниһайәт, почта бүлексәләренә юл асылды. Почтальондар ҙа өйөгөҙгә килә ала. Әйҙәгеҙ, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙға «Йәншишмә»не яҙҙырайыҡ! Балаларыбыҙ яратҡан гәзиттәренән мәхрүм ҡалмаһын ине.


«Йәншишмә»гә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Иң уңайлыһы – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының сайты аша. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инегеҙ. Смартфондан QR-код ярҙамында ла тиҙ генә инергә була. Үҙегеҙгә улай яҙылыу ҡыйынлыҡ тыуҙырһа, балаларығыҙҙан һорағыҙ. Улар һеҙгә ярҙам итер.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин,

ярты йылға – 514 һум 20 тин. Индексы – П2765.
Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, уның хаҡы күпкә арзаныраҡ: ни бары 318 һумға ғына. Ул сағында «Йәншишмә» аҙна һайын PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.

Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: