+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Йәншишмә»нең дуҫтары

Мәктәптә Бөйөк Еңеү­ҙең 75 йыллығына арналған сәхнәләштерелгән байрам бара ине. Шунда яҡындан таныштыҡ икенселәр менән. Улар «Һалдат булам» йырын башҡарҙы. Йырлап ҡына ҡалманылар, бейенеләр, моряктар, пограничниктар булып кейенеп, тигеҙ сафта атлап та йөрөнөләр. Сы­ғыштары һоҡланырлыҡ ине!


«Йәншишмә»нең дуҫтары ла улар. Икенсе­ләр 2020 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә синыфтары менән яҙылды.

– Дуҫлыҡты өҙмәҫкә ине, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе уҡытыусылары Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаева. – Икенсе ярты йыллыҡҡа ла яҙылырбыҙ.

Бик хуп! Әйткәндәй, Айгөл Нәғим ҡыҙы быйылғы уҡыу йылында районда «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе урын яулаған. Уның тағы ла ҙурыраҡ уңышҡа ирешеүен теләйбеҙ. Синыфтары менән беҙҙе гел ҡыуандырып торһондар.


М. ХӘЙБУЛЛИН.
Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.

Читайте нас: