+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта – беҙҙең дуҫтар!

Бөгөн бар ерҙә матбуғатҡа яҙылыу осоро дауам итә. Әле 1-енән 10 июнгә тиклем 2020 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө бара.

Ҡурҡыныс ҡороғорвирусы ҡайҙан килеп сыҡты икән?! Гәзит уҡыусылар менән иркенләп осрашып алырға ла форсат сыҡмайыраҡ тора шул...
Әле ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө! Бына Баймаҡ районы Билал ауылындағы тоғро дуҫтарыбыҙ, китапханасы Райхана Булатова менән уҡытыусы Флүрә Яруллина гәзиткә яҙылған. Афарин! Тағы ла V синыф уҡыусылары синыф менән "Йәншишмә"гә яҙылыуҙары хаҡында хәбәр иттеләр. Маладистар! Тәүәккәлләгән – таш йотҡан, тиҙәр бит ошондай шәп кешеләр хаҡында.
Әйҙәгеҙ, кемдәр ҡушыла беҙҙең матур йолаға!
Читайте нас: