+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балаларыбыҙ гәзитһеҙ ҡалмаһын!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, хөрмәтле олатай-өләсәй­ҙәр, милләттәштәр! 2020 йыл­дың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға подписка тамамланып та килә.

Әйтергә кәрәк, хәлдәр насар, «Йәншишмә»гә яҙылыу бик һүлпән бара. Коронавирус бәләһеме был? Әллә бүтән сәбәптәр бармы? Аптыраған. Алдырыусылар аҙ булһа, гәзитебеҙҙе ябып ҡуйыуҙары ла бар. Әйҙәгеҙ, битараф булмайыҡсы, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙға «Йәншишмә»не яҙҙырайыҡ! Балаларыбыҙ яратҡан гәзиттәренән мәхрүм ҡалмаһын ине.


«Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Иң уңайлыһы – «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар пред­приятиеһының сайты аша. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инегеҙ. Смартфондан QR-код ярҙамында ла тиҙ генә инергә була.


Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайла­һағыҙ, уның хаҡы күпкә арзаныраҡ: ни бары 318 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә» аҙна һайын PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.


Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почта­һы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.


«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин,

ярты йылға – 514 һум 20 тин.

Индексы – П2765.

Яҙылыуҙың тағы бер еңел ысулы бар.


Гаджетығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.




Смартфон йә планшет аша 140 баҫма араһынан «Йәншишмә» гәзитен һайлағыҙ.


Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ.


Яратҡан гәзит-журналдарығыҙҙы смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.


Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!


Читайте нас: